Family unrecorded

bayik

Байыҡ (рус. Баик (танец)) — башҡорт халыҡ ирҙәр бейеүе, 1976 йылда Ғабитов Фәтих Ғәбит улынан яҙып алынған.

No licensed photograph yet
Four in five rooms open without one. Add a photograph with a declared licence and your credit sits under it, permanently.
Archival typographic plate · seeded for bayik+ Add licensed photo →
Understand in 30 Seconds · In Plain Words

Quick guide to bayik

Sourced or Silent · CC BY-SA 4.0

Байыҡ (рус.

01 · What it is
Living Tradition

Documented cultural tradition on record; family classification awaits an editor.

02 · Where & name
Geography awaiting source

Add a cited source naming the region or community that carries it.

03 · How it is doing
□□□□ (Not yet assessed)

Documented in open cultural records, but no cited field assessment of its current vitality has been added here yet.

04 · Proof & reuse
2 cited sources

Every claim links to a public record below. Free to quote, teach, and share under CC BY-SA 4.0.

Chapter Takeaways
Бейеү тарихыРиүәйәттәргә ярашлы, Байыҡ бейеүе, айырым жанр булараҡ, XIX быуатта барлыҡҡа килә һәм сығышы менән Айҙар сәсән исеменә барып тоташа.
Бейеүҙе башҡарыуБейеүсе түңәрәк буйлап ашыҡмайынса ғына атлай, битен ҡулъяулыҡ менән һөртә, елләненең бер иҙеүен уң яҡ билбауына бәйләй.
Заманса «Байыҡ» бейеүеБөгөн бейеү хәрби ҡаҙаныштар хаҡында һөйләмәй, ә бары тик халыҡ сәнғәте булараҡ һаҡланған.
ҺылтанмаларБайыҡ (бейеү) // Башҡорт энциклопедияһы.
Common Questions Answered on Record
What is bayik in plain words?

Байыҡ (рус.

Where is bayik practised or documented?

No verified geographic place has been linked on record yet — editors can add a cited place from the edit page.

What is the current condition of bayik today?

□□□□ (Not yet assessed): Documented in open cultural records, but no cited field assessment of its current vitality has been added here yet.

How do I cite or share this bayik entry?

Cite as: "bayik." folkroom, https://folkroom.org/art-forms/bayik, text CC BY-SA, with attribution.

Share or cite this roomNo tracking · CC BY-SA 4.0
WhatsAppXLinkedInRedditFacebook

The tradition & historical record

3 min read · 2 sources

Байыҡ (рус. Баик (танец)) — башҡорт халыҡ ирҙәр бейеүе, 1976 йылда Ғабитов Фәтих Ғәбит улынан яҙып алынған. Башҡорт халҡының аҡылын, зирәклеген, алдан күреүсәнлеген, кешелекле булыуын сағылдырған яңғыҙ бейеү. XVIII быуатта бейеү йыр менән бергә башҡарыла, ә XIX—XX быуат баштарында яңы исемдәр, хәрәкәттәр, образдар барлыҡҡа килә. Марш аҙымы, честь биреү, аяҡ үксәләре менән туҡылдатыу кеүек хәрәкәттәр өҫтәлә. Шул уҡ исемле йырҙың марш ритмлы көйөн иң беренсе Рыбаков Сергей Гаврилович 1892 йылда яҙып ала, «Урал мосолмандарының музыкаһы һәм йырҙары» китабында баҫтырып сығара. 1

Бейеү тарихы

Риүәйәттәргә ярашлы, Байыҡ бейеүе, айырым жанр булараҡ, XIX быуатта барлыҡҡа килә һәм сығышы менән Айҙар сәсән исеменә барып тоташа. Ул был бейеүҙе 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт яугирҙары — бейеүселәренә бағышлай. Тәүҙә бейеү героик‑эпик характерҙа була, поэзия, көй, драматик уйын элементтары һәм пантомиманың синкретик берлеген һыйҙыра. Унда көлкөлө таҡмаҡтар, тапҡыр әйтемдәр, күңелсәк һүҙҙәр өҫтөнлөк ала бара. "Байыҡ"ты башҡарыусы шул уҡ ваҡытта шаянлығы менән алдырған. Байыҡ сәсән башҡарғандан һуң, XIX быуатта был бейеү үҙ аллы жанрға әйләнә һәм эпос менән бәйләнешен юғалта. Профессиональ сәхнәлә ул XX быуаттың 30-сы йылдарында бейеүҙең оригиналь версияһын тыуҙырған Ушанов Ғиниәт Ғабдулла улы башҡарыуында сыға. Ғәҙәттә, берсә етеҙ егетте, берсә һыбайлы һуғышсыны, берсә күпте күргән, әммә йәшәү көсөн, тормошҡа һөйөүен юғалтмаған олпат ир-ат образын юмор менән кәүҙәләндереүсе урта йәштәрҙәге бейеүсе ир егет тарафынан башҡарыла. Бейеүҙең бер нисә төрө бар: «Урман Байығы», «Хәйбулла Байығы»; М. Р.Иҙрисов бейеүҙең «Ҡарт Байыҡ» исемле үҙ вариантын тыуҙыра. Билдәле башҡарыусылар: Вәхитов Йәнғәли Арыҫлан улы, Ғәбитов Фәтих Ғәбит улы, Дияров Кәрим Мөхәмәҙи улы һ.б. Көйө «Сыңрау торна» балетында ҡулланыла. 1

Бейеүҙе башҡарыу

Бейеүсе түңәрәк буйлап ашыҡмайынса ғына атлай, битен ҡулъяулыҡ менән һөртә, елләненең бер иҙеүен уң яҡ билбауына бәйләй. Унан бейеүсе алмашлап баҫып түңәрәк буйлап китә, хәрәкәттәр түңәрәк буйлап майҙан үҙәгендә тыпырлау менән алмашына. Бейеүҙә ҡулбаш һикертеү, ваҡ ҡына баҫып диагональ буйынса ҡырынға баҫыу, ҡапыл ғына елән иҙеүҙәрен елпетеү, ат сапҡанға оҡшатып атлау ҡулланыла. Бейеүсе хәрәкәттәрен тапҡыр әйтемдәр менән аралаштыра. 1

Заманса «Байыҡ» бейеүе

Бөгөн бейеү хәрби ҡаҙаныштар хаҡында һөйләмәй, ә бары тик халыҡ сәнғәте булараҡ һаҡланған. Хәҙер был тарихи бейеү «Байыҡ» башҡорт халыҡ бейеүҙәрен башҡарыу буйынса республика телевизион конкурсында, өс йәштән алып ун биш йәшкә тиклемгесә башҡарыусылар араһында ойошторолған «Байыҡ» республика балалар телевизион конкурсында йыш сәхнәгә сығарыла. Унан тыш, "Байыҡ"та бейеүселәр туйҙарҙа, һабантуйҙарҙа, халыҡ байрамдарында сығыш яһай. «Байыҡ» башҡорт бейеүен башҡарыусылар конкурсы республикала 2008 йылдан башлап йыл һайын уҙғарылып килә. Ул халыҡ бейеү ижады өлкәһендә әһәмиәтле проекттарҙың береһе булып тора, башҡорт хореография сәнғәтен һаҡлауға һәм популярлаштырыуға ҙур өлөш индерә. Телеконкурста йыл да республиканан 500-ҙән ашыу бейеүсе сығыш яһай. Ошо ваҡыт эсендә унда 10 000-гә яҡын бейеүсе ҡатнашҡан, 200-ҙән ашыу яңы бейеү ҡуйылған. Проект Башҡортостандан тыш, Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә лә популярлыҡ яулай. 1

Әҙәбиәт

Л. И. Нагаева. Башкирская народная хореография. — Уфа: Китап, 1995. — 144 с. — ISBN 5-295-01410-Х. Л. И. Нагаева. Танцы восточных башкир. — Москва: Наука, 1981. — С. 125. 1

Һылтанмалар

Байыҡ (бейеү) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 6 февраль 2024) 1

The text above is adapted from the Wikipedia article “Байыҡ (бейеү)”, available under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 4.0 licence. 1

bayik is recorded in open cultural data. The structured record cited below does not describe the practice, and this entry has not yet been reviewed by a person familiar with the tradition. 2

No recording linked yet — know one? Point at it →
Sources on Record
Sourced or Silent · Still Open

Questions awaiting a cited source

+ Answer with a source →
How many people perform it today?
When is it first attested, and by whom?
What does it look like? No licensed photograph yet.