Family unrecorded

Ete kyz

«Ете ҡыҙ» — башҡорт халыҡ йыры, ҡыҫҡа көй. Тәүге тапҡыр 1939 йылда Белорет районында Л. Н. Лебединский тарафынан Ҡ. Әхмәтйәновтан яҙып алына, «Башҡорт халыҡ йырҙары» йыйынтығында баҫтырыла. Көй һәм легенда варианттарын М. М.

Фонтан "Семь девушек"
Photo: З. ӘЙЛЕ · CC BY-SA 4.0+ Add licensed photo →
Understand in 30 Seconds · In Plain Words

Quick guide to Ete kyz

Sourced or Silent · CC BY-SA 4.0

«Ете ҡыҙ» — башҡорт халыҡ йыры, ҡыҫҡа көй.

01 · What it is
Living Tradition

Documented cultural tradition on record; family classification awaits an editor.

02 · Where & name
Geography awaiting source

Add a cited source naming the region or community that carries it.

03 · How it is doing
□□□□ (Not yet assessed)

Documented in open cultural records, but no cited field assessment of its current vitality has been added here yet.

04 · Proof & reuse
2 cited sources

Every claim links to a public record below. Free to quote, teach, and share under CC BY-SA 4.0.

Chapter Takeaways
ТарихыБер егет береһенән-береһе һылыуыраҡ бер туған ете ҡыҙҙы яратып йөрөй.
ҺүрәтләмәһеЛирик-драматик характерҙағы йыр.
Башҡарыусылар«Ете ҡыҙ» йырын Башҡорт дәүләт филармонияһы һәм Башҡортостан радиоһының берлектәге хоры башҡара (Хөсәйен Әхмәтов эшкәртеүендә).
Ҡулланыу«Ете ҡыҙ» йырын тауыш һәм фортепиано өсөн — Х.
Common Questions Answered on Record
What is Ete kyz in plain words?

«Ете ҡыҙ» — башҡорт халыҡ йыры, ҡыҫҡа көй.

Where is Ete kyz practised or documented?

No verified geographic place has been linked on record yet — editors can add a cited place from the edit page.

What is the current condition of Ete kyz today?

□□□□ (Not yet assessed): Documented in open cultural records, but no cited field assessment of its current vitality has been added here yet.

How do I cite or share this Ete kyz entry?

Cite as: "Ete kyz." folkroom, https://folkroom.org/art-forms/ete-kyz, text CC BY-SA, with attribution.

Share or cite this roomNo tracking · CC BY-SA 4.0
WhatsAppXLinkedInRedditFacebook

The tradition & historical record

2 min read · 2 sources

«Ете ҡыҙ» — башҡорт халыҡ йыры, ҡыҫҡа көй. Тәүге тапҡыр 1939 йылда Белорет районында Л. Н. Лебединский тарафынан Ҡ. Әхмәтйәновтан яҙып алына, «Башҡорт халыҡ йырҙары» йыйынтығында баҫтырыла. Көй һәм легенда варианттарын М. М. Вәлиев, Заһир Исмәғилев, Хөсәйен Әхмәтов, Ғ.З. Сөләймәнов, Ф. Х. Камаев, А. С. Ключарев яҙып ала. 1

Тарихы

Бер егет береһенән-береһе һылыуыраҡ бер туған ете ҡыҙҙы яратып йөрөй. Ҡайтҡас, кемегеҙ мине ҡаршы сығып ала, кемегеҙ мине нығыраҡ һөйә, шуға өйләнермен, тип, егет ҡалым өсөн аҡса эшләргә сығып китә. Әммә ҡыҙҙарҙың береһе лә уны ҡаршыламай. Ни өсөн? Ошо урында легенданың варианттары тармаҡлана. Бер вариант буйынса, ҡыҙҙарҙың атаһы уларҙы ҡарт байҙарға кейәүгә бирергә булғас, ҡыҙҙар, ҡарт кешеләргә кейәүгә барырға теләмәйенсә, бөтәһе лә бергә һүҙ беркетеп, күлгә батып үләләр. Ҡыҙҙар һыу инергә барғанда, бай егеттәр быларҙы күреп ҡалып, ҡыҙҙар артынан күл буйына барғандар ҙа, яр буйында ҡыҙҙарҙың сыҡҡанын көтөп ултырғандар. Ә ҡыҙҙар, намыҫ һаҡлап, күлдән сыҡмаған һәм шунда батып үлгән, тигән легенда ла бар. Халыҡ араһында йөрөгөн тағы ла бер легенда вариантында ете ҡыҙҙың баҫҡынсыларға ҡаршы йән аямай һуғышып, дошман ҡулына эләкмәйенсә, һәләк булыуҙары бәйән ителә. Ошоға оҡшаш тағы бер вариант: еребеҙгә сит ҡәүем баҫҡынсылары килеп, ҡыҙҙарҙы ҡоллоҡҡа ҡыуып китергә теләгәс, бер туған ете ҡыҙ урман-тау араһына ҡаса һәм, арттарынан төшкән атлыларҙың ҡулына эләкмәҫ өсөн етәкләшеп, юлда тап булған йылғаға инеп юғала. Ошо тетрәндергес хәлде халыҡ «Ете ҡыҙ» йырына һала. Поэтик текст ошо ҡыҙҙарға ғашиҡ булған егет монологы формаһында ҡоролған. 1

Һүрәтләмәһе

Лирик-драматик характерҙағы йыр. Йыр көйөнә йомшаҡ, түбәнәйә барыусы интонация, тыйнаҡ темп һәм йәшерен драматизм хас. 1

Башҡарыусылар

«Ете ҡыҙ» йырын Башҡорт дәүләт филармонияһы һәм Башҡортостан радиоһының берлектәге хоры башҡара (Хөсәйен Әхмәтов эшкәртеүендә). 1

Ҡулланыу

«Ете ҡыҙ» йырын тауыш һәм фортепиано өсөн — Х. Ш. Заимов, инструменталь ансамбль өсөн — Т. Ш. Кәримов, оркестр өсөн К. Й. Рәхимов эшкәртә. «Ете ҡыҙ» көйө «Сыңрау торна» балетында һәм М. Вәлиевтың «Бейеү сюита»һында файҙаланыла. 1

Әҙәбиәт

Ете ҡыҙ (йыр) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. Башҡорт халыҡ ижады: Йырҙар. 1-се китап. — Өфө, 1974; 1

The text above is adapted from the Wikipedia article “Ете ҡыҙ (йыр)”, available under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 4.0 licence. 1

Ete kyz is song, according to the structured record cited below. This entry was generated automatically from that record and has not yet been reviewed by a person familiar with the tradition. 2

The source record links this tradition to 1 external register, which can be verified through the citation. 2

No recording linked yet — know one? Point at it →
Sources on Record
Sourced or Silent · Still Open

Questions awaiting a cited source

+ Answer with a source →
How many people perform it today?
When is it first attested, and by whom?