The tradition & historical record
2 min read · 2 sources«Гөлнәзирә» — (рус. Гульназира) — 1) башҡорт халыҡ йыры, ҡыҫҡа көй. 2) Башҡорттарҙың күмәк уйын бейеүе. 1
Башҡорт халыҡ йыры
Тәүге тапҡыр 1938 йылда Л. Н. Лебединский яҙып ала, «Башҡорт халыҡ йырҙары» китабында Х. Ф.Әхмәтов яҙмаһында баҫылып сыға. Билдәле шаян бейеү йыры. Көйҙә интонация өҙлөкһөҙ үҫешә, йырҙың башы өс тактлы, ҡушымтаһы дүрт тактлы булыуы менән үҙенсәлекле. «Гөлнәзирә» йырын хор өсөн — А. С. Ключарёв, Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбленең шулай уҡ аталған бейеүе өсөн — Т. Ш.Кәримов һәм К. Й.Рәхимов, тауыш һәм фортепьяно өсөн С. Г. Шаһиәхмәтова эшкәртә. «Гөлнәзирә» көйө «Сыңрау торна» балетында, "Хореографик сюита"ла файҙаланылған.. Йырҙың һүҙҙәре 1
Уйын бейеүе
Башҡорттарҙың «Гөлнәзирә» тигән күмәк уйын бейеүе лә булған. Тәүге тапҡыр профессиональ сәхнәгә ХХ быуаттың 40‑сы йылдары башында Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле башҡарыуында сыға. Уны Ф.Ә. Ғәскәров «Башҡорт колхоз бейеүҙәре» хореографик сюитаһының өлөшө булараҡ ҡуя. 1952 йылдан алып «Гөлнәзирә» үҙ аллы номер булараҡ башҡарыла — уны һигеҙ һәм унан да күберәк бейеүсе пар башҡара. Халыҡ бейеүенә генә хас формалар ҡулланыла, бейеүҙә тулы театраль-хореографик картина барлыҡҡа килтерә. 1
Башҡарыусылары
«Гөлнәзирә» бейеүен башҡарыусы солистар: Р. М.Хәжиева менән Х.Ғ.Зөбәйҙуллин, Р.Ғ.Туйсина менән Ә.Ә.Фәсхетдинов, Ф.Ғ.Амантаева менән А. Х.Зөбәйҙуллин. 1
Сығанаҡтар
Гөлнәзирә 2019 йыл 24 декабрь архивланған.. 1
Һылтанмалар
Гөлнәзирә (башҡорт халыҡ йыры)(недоступная ссылка) 1
The text above is adapted from the Wikipedia article “Гөлнәзирә (йыр һәм уйын)”, available under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 4.0 licence. 1
Gulnazira is Tatar and Bashkir folk song written in the form of a short tune, as well as a dance in the form of a game, according to the structured record cited below. This entry was generated automatically from that record and has not yet been reviewed by a person familiar with the tradition. 2