Family unrecorded

Өс таған (бейеү)

Өс таған (рус. Треножник) — башҡорттарҙың боронғо йола-ышаныуҙарын сағылдырған күмәк ҡатын-ҡыҙ бейеүе.

"Өс таған" башҡорт шаян бейеүе. Һулдан беренсе - Мөхәммәт Иҙрисов.
Photo: Тутыйғош · CC BY-SA 4.0+ Add licensed photo →
Understand in 30 Seconds · In Plain Words

Quick guide to Өс таған (бейеү)

Sourced or Silent · CC BY-SA 4.0

Өс таған (рус.

01 · What it is
Living Tradition

Documented cultural tradition on record; family classification awaits an editor.

02 · Where & name
Geography awaiting source

Add a cited source naming the region or community that carries it.

03 · How it is doing
□□□□ (Not yet assessed)

Documented in open cultural records, but no cited field assessment of its current vitality has been added here yet.

04 · Proof & reuse
2 cited sources

Every claim links to a public record below. Free to quote, teach, and share under CC BY-SA 4.0.

Chapter Takeaways
ТарихыБыл башҡорттарҙың боронғо мифологияһына нигеҙләнгән бик боронғо йола бейеүе.
Башҡарылыу тәртибеБейеүҙе төрлө йәштәге ҡатын-ҡыҙ башҡара.
ӘҙәбиәтThe text above is adapted from the Wikipedia article “Өс таған (бейеү)”, available under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 4.0 licence.
Common Questions Answered on Record
What is Өс таған (бейеү) in plain words?

Өс таған (рус.

Where is Өс таған (бейеү) practised or documented?

No verified geographic place has been linked on record yet — editors can add a cited place from the edit page.

What is the current condition of Өс таған (бейеү) today?

□□□□ (Not yet assessed): Documented in open cultural records, but no cited field assessment of its current vitality has been added here yet.

How do I cite or share this Өс таған (бейеү) entry?

Cite as: "Өс таған (бейеү)." folkroom, https://folkroom.org/art-forms/q124627767, text CC BY-SA, with attribution.

Share or cite this roomNo tracking · CC BY-SA 4.0
WhatsAppXLinkedInRedditFacebook

The tradition & historical record

3 min read · 2 sources

Өс таған (рус. Треножник) — башҡорттарҙың боронғо йола-ышаныуҙарын сағылдырған күмәк ҡатын-ҡыҙ бейеүе. Бейеү 1974 йылда Әбйәлил районы Ҡаҙмаш ауылында йәшәүсе Ниғмәтова Ғәйнур Сәфиулла ҡыҙы (1917), Дауытова Рәхимә Шаһвәли ҡыҙы (1916), Абдулла ауылынан Фәйзуллина Сәкинә Низам ҡыҙы һ.б башҡалар бейеүендә яҙып алынған. Халыҡ бейеүҙәре — башҡорттарҙа киң таралған сәнғәт төрҙәренең береһе. «Өс таған» бейеүе бөтә Башҡортостанда таралған. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының бейеү хәрәкәттәре төрлө хеҙмәт барышы менән бәйле: йөн тетеү, иләү, май яҙыу, сигеү, бешеренеү һ.б. Ҡыҙ-ҡырҡын бейеүҙәре ҡош-ҡорттоң осошон, үҫемлектәрҙең тирбәлеүен сағылдырған хәрәкәттәр — бармаҡ шартлатыу, яурын һелкетеү, ҡулдарҙы ян-яҡҡа сайҡалдырыу менән күрһәтелә. 1

Тарихы

Был башҡорттарҙың боронғо мифологияһына нигеҙләнгән бик боронғо йола бейеүе. Бейеүҙең мифологик тамырҙары кешелектең үлем һәм тыуыу культына барып тоташа. Уның нигеҙендә тормоштоң өҙлөкһөҙ хәрәкәт итеүе сағылдырыла. Бейеүҙе «Ҡарға бутҡаһы» байрамында төрлө йәштәге ҡатын-ҡыҙҙар башҡарған. Әгәр байрам тәбиғәттең алмашыныу, яңырыу, тергеҙелеү тойғоһо бирһә, бейеү өс быуын кешеһенең берҙәмлеген генә түгел, ә быуындар алышыуын, яңырыуын да символлаштыра. Түңәрәк яһап бейеү именлек, муллыҡ һорап тәбиғәткә, ҡояшҡа табыныуҙы аңлатан. 1

Был бейеүҙең тамыры башҡорттарҙың бик боронғо көнкүреш үҙенсәлеген сағылдырған ышаныуға барып тоташа. Иртә яҙҙан малдарҙы ҡырға ебәрер алдынан, башҡорттар (был йола башҡа бик күп халыҡтарҙа ла күҙәтелә) уларҙы таҙартыу, һаҡлау маҡсатында ут аша үткәргәндәр. Сыраҡ яғып, өс кеше өс яҡлап тотоп торған, мал шуның араһынан үтергә тейеш булған. Үткән саҡта мал утҡа тейергә тейеш булмаған. Шулай малды таҙартыу йолаһы башҡарылған. Өс яҡлап яғыуҙың сәбәбе өс һанының тылсымлы көсөнә ҡайтып ҡалған. Аҙаҡ инде ышаныу-йола ниндәйҙер кимәлдә «Өс таған» бейеүендә лә сағылыш тапҡан. Тәңрегә (ҡояшҡа) табыныу, унан байлыҡ, мал үрсеүен, уның именлеген һорау бейеүҙең төп мәғәнәһенең береһе булып тора. 1

XIX быуат аҙағы — XX быуат баштарында бейеү боронғо ышаныу менән бәйләнеште тулыһынса тиерлек юғалтҡан. Бейеү, бөгөнгө көндә тулыһынса йола мәғәнәһен юғалтып, йырлы, уйынлы бейеү формаһында башҡарыла. 1

Башҡарылыу тәртибе

Бейеүҙе төрлө йәштәге ҡатын-ҡыҙ башҡара. Күмәк ҡатын-ҡыҙ ҙур түңәрәк яһап баҫа. Улар уң яҡҡа табан ҡулға-ҡул тотоношоп, аяҡ табанына тулыһынса баҫып, ваҡ ҡына һәлмәк алмаш аҙым менән бейей. Ҙур түңәрәктең эсендә өсәр кеше, тағы бәләкәй түңәрәктәр яһап, ҡулға-ҡул тотоношоп, уң яҡҡа табан бейей. 9-16 такт эшләнә. Ҙур түңәрәктәгеләр туҡтап, бер үк ваҡытта ҡул саба һәм тыпырлатып бейей. Ҙур түңәрәк эсендәге өс ҡыҙҙың икеһе парлашып, ҡулға-ҡул эләктерешеп, тыпырлатып бейей, «артыҡ» ҡалған өсөнсө ҡыҙ ҙур түңәрәктәге берәй ҡыҙҙы бейергә саҡыра. Ҡыҙҙар ҡушлап, ҡулға-ҡул эләктерешеп, өйөрөлөп бейей. Һәм саҡырған ҡыҙҙар ҙур түңәрәккә тора, ә саҡырылғандар эстәге бәләкәй түңәрәккә баҫа. Шул рәүешле бейей башлайҙар. Эстәге түңәрәктәрҙәге бейеүселәр һәр ваҡыт алышынып тора. Бейеүҙең үҙенсәлеге шунда, уны бик оҙаҡ туҡтауһыҙ бейергә мөмкин. 1

Әҙәбиәт

Л. И. Нагаева. Башкирская народная хореография. — Уфа: Китап, 1995. — 144 с. — ISBN 5-295-01410-Х. Л. И. Нагаева. Танцы восточных башкир. — Москва: Наука, 1981. — С. 125. Р. Султангареева. Танцевальный фольклор башкир. — Уфа: Гилем. НИК "Башкирская энциклопедия", 2013. — 128 с. — ISBN 978-5-88183-125-5. 1

The text above is adapted from the Wikipedia article “Өс таған (бейеү)”, available under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 4.0 licence. 1

Өс таған (бейеү) is recorded in open cultural data. The structured record cited below does not describe the practice, and this entry has not yet been reviewed by a person familiar with the tradition. 2

No recording linked yet — know one? Point at it →
Sourced or Silent · Still Open

Questions awaiting a cited source

+ Answer with a source →
How many people perform it today?
When is it first attested, and by whom?