The tradition & historical record
2 min read · 2 sourcesДон йылғаһы фестивале — Дон йылғаһы хөрмәтенә Дондағы Ростов ҡалаһында, йылға буйында йыл һайын ойошторолған сара. Байрам үҙ эсенә төрлө конкурстар, балыҡ һурпаһы (уха) дегустациялау һәм төрлө күңел асыуҙы ала. 2016 йылда, байрамдың 6-сы тапҡыр үткәрелгән сағында, «Көньяҡ ҡапҡаһы» часовняһына нигеҙ һалына. Байрамға ул йылда ун меңгә яҡын кеше килә. 1
Тарих
2016 йылда Дон йылғаһы фестивале Ростов яр буйында үткәрелә. Байрам уңайынан йыр һәм бейеү йәрминкә майҙаны, уха менән һыйлау урыны ойошторола. Туризмды әүҙем үҫтереүсе ҡала халҡы иҫтәлекле «Байков Андрей Матвеевичкә 185 йәш» миҙалына лайыҡ була. Байрам ваҡытында «Южные Ворота» тетрапилонына нигеҙ ташы һалына. Билдәләнгән ваҡытта Дон ярын нығытыу сиктәрендә бында часовня төҙөләсәк. Часовняның иң беренсе һалынған ташы Дондағы Ростов ҡалаһының реставрацияланыусы Пресвятая Богородица Раштыуаһы Кафедраль соборынан килтерелгән кирбес була. Соборҙың руханийы часовня урынында молебен үткәргән тантанала часовняға беренсе кирбес һалына. Композицияның авторы ниәте буйынса, дүрт юл киҫешкән урындың символы булып арка торасаҡ. Часовня Дондағы Ростовтың символы булып торасаҡ һәм Яр буйының йәйәүлеләр юлының дауамы булып торасаҡ. 2016 йылда фестиваль Рәсәй киноһы йылына бағышлана. Бының өсөн махсус майҙансыҡ — «Донливуд» — төҙөлә, унда декорациялар ҡуйыла һәм гримерҙар, операторҙар эшкә саҡырыла. Теләгән кешеләргә кастинг ойошторола һәм уларҙы уңышлы үткәндәренә роль бирелә, йә булмаһа режиссерлыҡ эше тапшырыла. Фестивалдә ижади коллективтар сығыш яһай, төрлө конкурстар үткәрелә. Байрам ваҡытында Дондағы Ростовта ҡала музейы асылыуы тураһында хәбәр була. 1
Һылтанмалар
Фестиваль реки Дон пройдет в Ростове Фестиваль реки Дон-2016 1
The text above is adapted from the Wikipedia article “Дон йылғаһы фестивале”, available under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 4.0 licence. 1
Дон йылғаһы фестивале is recorded in open cultural data. The structured record cited below does not describe the practice, and this entry has not yet been reviewed by a person familiar with the tradition. 2
The source record links this tradition to 1 external register, which can be verified through the citation. 2