The tradition & historical record
1 min read · 2 sourcesДон халыҡтары фестивале, шулай уҡ «Дон Халыҡтары татыу ғаилә» Милли мәҙәниәттәр фестивале — Дондағы Ростовта йыл һайын үткәрелгән фестиваль. Сараның маҡсаты булып Донда йәшәгән халыҡтарҙың традицион мәҙәниәттәрен һаҡлау һәм үҫтереү тора. Фестиваль Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арнап уҙғарыла. 1
Һүрәтләнеше
Феастиваль 1995 йылдан алып ойошторола, 2016 йылда ул 21-се тапҡыр үткәрелә. Унда Төньяҡ Осетия, Краснодар крайы, Ҡалмыҡ, Адыгей, Ҡабарҙы-Балҡар, Ҡарасай-Черкес, Дағстан, Төньяҡ Осетия-Алания республикалары ҡатнаша. Ростов өлкәһенән дә вәкилдәр була, сөнки уның территорияһында 100 тирәһе милләт йәшәй. Фестивалдең үҫеше яйлап бара. Тәүҙә уға әлкә әһәмиәтендәге сара статусы бирелә, артабан ул төбәк-ара фестивалгә әүерелә. Байрамды барлыҡҡа килтереүселәр һәм ойоштороусылар булып Рәсәй Федерацияһының Мәҙәниәт министрлығы, Ростов өлкәһенең Мәҙәниәт министрлығы, Өлкә халыҡ ижады йорто тора. Ҡатнашыусылар араһында үҙэшмәкәрҙәр һәм ғаилә коллективтары, милли ижади коллективтар бар. 2013 йылда фестиваль Белокалитвинск районының Шолохов ҡасабаһында башланып Дондағы Ростовтың Өлкә халыҡ ижалы йортонда дауам итә. Программала милли көнкүреш, кәсепселек һәм аш-һыу күргәҙмәләре ҡарала һәм эшләй. 1
The text above is adapted from the Wikipedia article “Дон халыҡтары фестивале”, available under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 4.0 licence. 1
Дон халыҡтары фестивале is recorded in open cultural data. The structured record cited below does not describe the practice, and this entry has not yet been reviewed by a person familiar with the tradition. 2
The source record links this tradition to 1 external register, which can be verified through the citation. 2