The tradition & historical record
2 min read · 2 sources«Йыуаса» — (рус. Юаса) — 1) башҡорт халыҡ йыры, ҡыҫҡа көй. 2) Башҡорттарҙың күмәк уйын бейеүе. 1
Башҡорт халыҡ йыры
«Йыуаса» йырын яҙып алған ваҡыт аныҡ билдәле түгел, 1958 йыл тип фаразларға була. Йырҙы яҙып алған урын да аныҡ күрһәтелмәгән: Башҡорт АССР-ының Әбйәлил районы Билал ауылы тип фаразларға ҡала. «Башҡорт халыҡ йырҙары» китабында Х. Ф.Әхмәтов яҙмаһында баҫылып сыға. «Йыуаса» — башҡорт туйҙарында башҡарылған билдәле шаян бейеү йыры. Туй йолаһы йыры йәки «күстәнәс тураһында» башҡорт йыры. Башҡорт әҙәбиәте һәм фольклоры кафедраһы фольклор архивының 3-сө томында теркәлгән. Фольклор экспедицияларының төрлө йылдарҙа Башҡортостандың төрлө райондары буйлап тупланған материалдарында бар «Йыуаса» йыры. Туй барышында Йыуаса көнө — кейәү яғында ла, кәләш яғында туған-тыумасаны йыйып һыйлау мәжлесе ойошторола. Туй үтеп киткәндән һуң, ике яҡ та Йыуаса һандығына ҡунаҡ саҡыра. Йырҙың һүҙҙәре 1
Уйын бейеүе
Башҡорттарҙың «Йыуаса» тип исемләнгән күмәк уйын бейеүе булған. Кәләштең ағаһы йәки ҡайнаға кейәүгә йырлаған: 1
Башҡарыусылары
— «Мираҫ» ансамбле — Флүрә Килдейәрова, Тәнзилә Үҙәнбаева, Илдус Ғөбәйҙуллин, Гүзәлиә Татлыбаева башҡара — «Йыуаса» йырын композитор Анатолий Кукубаев эшкәрткән. Йырсылар йырҙы башҡарғанда, Николай Махней баянда оҙата. 1
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Йыуаса 1
Сығанаҡтар
Башкирский государственный университет: том № 3 фольклорного архива кафедры башкирской литературы и фольклора. Материалы фольклорных экспедиций по различным районам Башкирии, собранные в разные годы; л. 90-91. 1
The text above is adapted from the Wikipedia article “Йыуаса (йыр)”, available under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 4.0 licence. 1
Yuasa is Bashkir folk song and type of folk dance, according to the structured record cited below. This entry was generated automatically from that record and has not yet been reviewed by a person familiar with the tradition. 2