The tradition & historical record
2 min read · 2 sourcesЕр эшкәртеү йолалары — ауыл хужалығы эштәрен башҡарыуға арналған традицион йолалар. Ауыл хужалығы йолалары шартлы рәүештә ике төркөмгә бүленә: беренсеһе яҙғы һәм йәйге осорҙарҙа сәсеүгә әҙерлек һәм уны башҡарыу, икенсеһе — йәй ваҡытында тәрбиәләү, үҫтереү һәм көҙ көнө йыйыу менән бәйле. Быға оҡшаш йолалар башҡорттарҙа, белорустарҙа, мариҙарҙа, сыуаштарҙа, татарҙарҙа, удмурттарҙа, урыҫтарҙа һәм Башҡортостандың башҡа халыҡтарында ла булған. Ауыл хужалығы йолаларында теләктәр ҙур әһәмиәткә эйә булған: уларҙы йола атҡарыу урынына барғанда, ҡорбан килтергәндә, йола ашы әҙерләгәндә, бергәләп табын ҡорғандан, һыу ҡойонғандан һуң, ҡайтҡанда һәм башҡа осраҡтар әйткәндәр. Республика халыҡтарының күпселеге мул емеш биреүҙе һәм уңышты һаҡлауҙы тәьмин итеүгә, киләһе йылға сәсеүгә әҙерләнеүгә йүнәлтелгән таҙартыу, һаҡлыҡ саралары һәм башҡа йолалар ғәмәлдәр башҡарған. 1
Ауыл хужалығы йолаларының күбеһе һыуҙы хөрмәтләү менән бәйле, уларҙың күбеһе ямғыр яуҙырыуға йүнәлтелгән (иң боронғо һәм ябайы — ҡойондорошоу. Улар — яҙғы-йәйге йолалар һәм байрамдар, ҡоролоҡ оҙаҡҡа һуҙылған ваҡытта үткәрелә). Иген культураларын (арпа, тары, бойҙай) ашау мөһим урында торған. Ритуаль туҡланыуҙың төп продукттары — иген бөртөктәре һәм йомортҡа, улар тыуымды символлаштыра. Сәсеү осоронда яҡшы уңыш алыуға йүнәлтелгән йолалар атҡарылған. 1
Сығанаҡтар
ЗЕМЛЕДЕЛЬЧЕСКИЕ ОБРЯДЫ // Фольклор народов Башкортостана = Folklore of Bashkortostan peoples: энциклопедия / [Науч.-ред. коллегия: Ф. А. Надршина (гл. ред.), С. И. Апсатарова, Л. А. Афанасьева, В. Я. Бабенко, Ф. Г. Галиева, М. Х. Идельбаев, И. Е. Карпухин, Т. Г. Миннияхметова, И. Г. Петров, Р. Р. Садиков, У. Г. Саитов (отв. ред.), Р. А. Султангареева, И. К. Фазлутдинов, Г. Р. Хусаинова;. — Пер. на англ. яз.: ООО «Центр межкультурного сотрудничества»]. — Уфа: ГАУН «Башкирская энциклопедия», 2020. — ISBN ISBN 978-5-88185-474-4 (в пер.). 1
The text above is adapted from the Wikipedia article “Ер эшкәртеү йолалары”, available under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 4.0 licence. 1
Ер эшкәртеү йолалары is recorded in open cultural data. The structured record cited below does not describe the practice, and this entry has not yet been reviewed by a person familiar with the tradition. 2





