The tradition & historical record
1 min read · 1 sourceҠунаҡ күрһәтеү — килгән ҡунаҡҡа ихтирам йөҙөнән үткәрелгән, башҡорттарҙа киң таралған йола. Ҡайһы бер райондарҙа был йола ҡунаҡ күреү тип атала. Бер ғаиләгә алыҫтаныраҡ ҡунаҡ килһә, хужа кеше әҙерленеп, туған-тыумасаны, күрше-күләнен, яҡын күргән дуҫ-иптәштәрен мәжлескә саҡыра. Шулай итеп алыҫтан килгән ҡунаҡ туғандары, ҡоҙалары, хужаның күрше-күләндәре менән таныша. Мәжлестә хәл-әхүәл һорашып, уйын-көлкө менән ваҡыт үткәрәләр. Ҡунаҡ күрергә килгән барлыҡ ғаиләләр ҡунаҡты хужалар менән бергә үҙенә саҡыра, ҡунаҡ итеүҙе үҙ бурысы итеп һанай. Шулай итеп ҡунаҡҡа ихтирам күрһәтелә, ҡунаҡ ваҡытын күңелле һәм файҙалы үткәрә.
The text above is adapted from the Wikipedia article “Ҡунаҡ күрһәтеү”, available under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 4.0 licence.
Ҡунаҡ күрһәтеү is recorded in open cultural data. The structured record cited below does not describe the practice, and this entry has not yet been reviewed by a person familiar with the tradition. 1





